вторник, 22 марта 2016 г.

Греция, килешелгәнсә, легаль булмаған мигранттарҙы депортациялай башлай.


Греция ил территорияһына легаль булмаған юл менән үтеп ингән мигранттарҙы депортациялауҙы башлай. Бангладеш һәм Пакистан граждандарының 150 кешенән торған төркөмө полиция оҙатыуында ҡулдары бығауланған килеш борамға тейәлә. Лесбос утрауынан, бында улар Төркиәнән килгән, Грецияның континенталь өлөшөнә оҙатыла, ә унда уларҙы кире ҡайтарыу менән бәйле эштәр атҡарыласаҡ.

Йәкшәмбе көн Евроберләшмә һәм Төркиә араһындағы килешеү үҙ көсөнә инде, уның буйынса Анкара үҙ территорияһынан Европаға юл тотҡан легаль булмаған мигранттарҙы кире ҡабул итергә ризалаша.

Грецияла һыйыныу урыны һорамаған мигранттарҙың барсаһын Афина кире ҡайтарасаҡ, шул рәүешле Балкандағы миграция юлдары ябыласаҡ. Тик һүҙ Евроберләшмә ерҙәренә килешеү төҙөлгәндән һуң аяҡ баҫҡан яңы килеүселәр хаҡында ғына бара. Сик буйындағы Идомени янында иһә меңдәрсә кеше Македония сиген асыуҙарын көтөп тора.

Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәре, “Балкан маршрутын” ябып, ил сиктәрендә контролде көсәйтте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий