среда, 23 марта 2016 г.

Брюссель теракттары артында ИДИЛ тора.


 “Ҡурҡҡаныбыҙ алдыбыҙға килде,”-Бельгия премьер-министры Шарль Мишель шишәмбе көн иртән Брюссель аэропортында һәм метрола булған теракттарҙы шулай баһаланы.

34 кеше һәләк булған һәм 200-ҙән ашыуы тән йәрәхәттәре алған - Бельгия баш ҡалаһы тарихындағы иң ҡанлы һөжүм һөҙөмтәһе шундай. Һуңғараҡ шартлауҙар өсөн яуаплылыҡты ИДИЛ террористик төркөмө үҙ өҫтөнә алған.

Урындағы ваҡыт менән сәғәт һигеҙҙә Брюсселдең Завентем аэропорты осош терминалында ике шарталу яңғыраған: 14 кеше һәләк булған, 98-е яраланған. Шартлауҙар үҙҙәрен үлемгә дусар иткән террорсылар эше тип иҫәпләйҙәр. Бер сәғәттән Европа кварталы янындағы Маальбек станцияһында 20 кеше һәләк булған, 106-һы тән йәрәхәттәре алған.

Брюселлдең көрсөк штабы Брюссель ҡалаһы халҡын торған урындарынан ҡуҙғалмаҫҡа саҡырҙы. Брюссель урамдары бушап ҡалды. ЕС штаб-фатирҙары урынлашҡан квартал тулыһынса ҡамап алынды. Бельгия баш ҡалаһы властары террористик хәүеф кимәлен иң юғары 4-се кимәлгә ҡәҙәр күтәрҙе.

Европаның иң ҙур аэропорттары Брюссель менән бәйләнеште туҡтатты. Бельгия һәм Франция араһындағы тимер юл бәйләшешен дә өҙөп торорға мәжбүр булдылар. Бельгия хөкүмәте һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр хөрмәтенә 3 көнлөк милли матәм иғлан итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий