четверг, 24 марта 2016 г.

Брюсселдәге шартлау игеҙәк ҡыҙҙарҙы әсәйһеҙ ҡалдырған.


Был ҡатындың фотоһы- Перу гәзиттәренең тәүге биттәрендә. Уның исеме- Адельма Марина Тапиа Руис. Шишәмбе көн ул Брюсселдең Завентем аэропортындағы шартлау ваҡытында һәләк булған.

Руис - Бельгия властары шәхесен шунда уҡ асыҡлай алған дүрт ҡорбандың береһе. Уға 37 йәш. Сығышы менән Перуҙан булған ҡатын 9 йыл Бельгияла йәшәгән һәм ғаиләһе менән Нью-Йоркка осорға йыйынған.

Уның ике ҡыҙы бар ине - игеҙәктәр Морин һәм Алондра. Аэропортта улар ҙа бар ине. Нью-Йорктағы апайыбыҙҙы күрергә теләгәйнеләр, тик теракт уларҙың ғүмерен ғүмерлеккә үҙгәртте,”-тип һөйләй мәрхүмәнең ағаһы Фернандо Тапиа.

4 йәшлек игеҙәктәр һәм Марина Тапианың ире Руис мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Шартлауға бер нисә минут ҡалғас, ҡыҙҙар һәм аталары уйнар өсөн ситкәрәк китә. Игеҙәктәрҙең береһе йәрәхәтләнә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Брюссель теракттарында 40 дәүләт гражданы зыян күргән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий