четверг, 24 марта 2016 г.

Эгей диңгеҙе батырҙары.


Эгей диңгеҙенең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Греция утрауҙары халҡы, ифрат күп ҡасаҡтарға ярҙамы өсөн, Нобель премияһына тәҡдим ителде.

Греция ярҙарына ҡасаҡтарҙың күпләп килеүе властар өсөн көтөлмәгән хәл булды. Урындағы халыҡҡа һәм гуманитар ойошмаларға дилбегәне үҙ ҡулына алырға тура килде. Ҡурҡыуҙы һәм хөрәфәттәрҙе еңеп, көн һайын фажиғәле яҙмыштарҙың шаһиты булып, утрау халҡы йөрәге ҡушыуы буйынса ғәмәл ҡылды - килеүсе мохтаждарға ярҙам итте, йыш ҡына уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалды.

4 февралдәге Греция утрауҙары халҡына Нобель премияһы бирергә саҡырған онлайн-петиция аҫтына донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе 650 мең кеше ҡул ҡуйҙы.






Комментариев нет:

Отправить комментарий