“Терроризм
бөтһөн!”- ошондай
лозунгылар менән меңдәрсә кеше, теракт
ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алыр өсөн,
икенсе көн рәттән Брюссель үҙәгендәге
Биржа майҙанына килә.
Бельгия
халҡының фекере буйынса, бындай мәлдә
һәләк булғандарҙың яҡындары менән дә,
туранан-тура фажиғә ҡағылмаған, ләкин
бик ныҡ ҡурҡыуға ҡалған кешеләр менән
теләктәш икәнлегеңде күрһәтеү мөһим.
-Беҙ
күмәк һәм беҙ терроризмға “юҡ” тип
әйтер өсөн, туғандарын юғалтҡандарға
теләктәшлегебеҙҙе белдерер өсөн килдек
- бәлә бит ағас башынан йөрөмәй: бәлә
минең менән дә, беҙҙең балалар менән
дә, беҙҙең ата-әсәләр менән дә булыуы
ихтимал. Беҙ дошманлашыуға һәм терроризмға
“юҡ” тип әйтер өсөн, шулай уҡ терроризмдың
дине юҡ тип әйтер өсөн килдек,-ти бер
егет.
Бельгияның
король ҡушағаһы шаршамбы көн шартлау
яңғыраған метроның “Маальбек”
станцияһында булды. Бынан алда король
Филипп һәм королева Матильда Эразм
университеты хәстәханаһындағы яралыларҙың
хәлен барып белде.
Һуңғы
мәғлүмәттәр буйынса, 31 кеше террористар
ҡорбаны булған, 150 кеше әле хәстәханаларҙа
ята.
Комментариев нет:
Отправить комментарий