четверг, 31 марта 2016 г.

Ираҡ: армия һәм пешмерга Мосулды штурмларға йыйына.


Ираҡта хөкүмәт армияһы подразделениелары һәм пешмерга (курдтарҙың ҡораллы отрядтары) Махмурҙа туплана. Был ҡала Ираҡтың төньяғындағы иң бай нефть табыу үҙәге булған Мосулдан 60-70 километр алыҫлыҡта ята. 2014 йылдың йәйенән алып ул ИДИЛ боевиктары контроле аҫтында, улар уны үҙенең баш ҡалаһына әүрелдергән.

24 мартта армия һәм пешмерга Мосулға һөжүм башланы һәм ҡала көньяғындағы бер нисә ауылды ҡулға төшөрҙө. Хәл иткес штурм әҙерләнә.
Махмурға килгән Ираҡ оборона министры Халит әл-Үбәйди “Евроньюс” хәбәрсеһенә былай тип һөйләне:

Был алышҡа Европаның ғына түгел, бөтә донъяның етди ярҙамы кәрәк. ИДИЛ бөтә донъяға янай. Брюссель һәм Париждағы теракттар- хәүефле сигнал. Бындай хәлдәр башҡа илдәрҙә лә булыуы ихтимал.”

Халит әл-Үбәйди ҡайһы бер мәғлүмәт сараларының Мосулға һөжүмдә АҠШ етәкселегендәге коалиция ла ҡатнаша тигән хәбәрен инҡар итте.

Евроньюс” хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим Махмурҙан былай тип һөйләй:

Бөгөн беҙ Ираҡ армияһының алдағы позицияларына барып етә алдыҡ һәм ИДИЛ төркөмө менән ҡаты алыштың шаһиты булдыҡ. Армиялағы мәғлүмәтле сығанаҡтарҙан шуны асыҡланыҡ: операция артабан дауам итәсәк, һалдаттар һаны арттырыласаҡ.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий