четверг, 31 марта 2016 г.

Грециялағы мигранттар: ил сиген асығыҙ!


    Афина үҙәгендә меңдән ашыу мигрант һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы активистары ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты - улар легаль булмаған мигранттарҙы Евроберләшмәнән Төркиәгә ҡайтарыу хаҡындағы килешеүҙе ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Уны улар "расистар"  документы тип атай.

    Марштың маршруты Еврокомиссияның Грециялағы вәкиллеге янынан үтте.

    Ҡасаҡтар шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: Афинанан уларға бер нәмә лә кәрәкмәй. Уларҙың лозунгыһы - “сиктәрҙе генә асығыҙ!”

    -Греция хөкүмәтенән беҙ бер нәмә лә теләмәйбеҙ. Гректарҙың иҡтисад менән проблемалары былай ҙа һәттәй үк. Беҙ донъяға, ҙур илдәргә сиктәрҙе асыуҙы һорайбыҙ. Беҙ аҡса өсөн килмәнек. Беҙ именлек теләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ - ошо планетлаа имен ерҙе табыу.

    -Грецияла әлеге мәлдә 50 меңдән ашыу легаль булмаған мигрант. Төркиә менән килешеү уларҙың күбеһенә ҡағылмай, сөнки Европаға килешеүгә саҡлы килгәндәр. Тик улар хәҙер ни ҡылырға ла белмәй - контроль ҡатыланыу арҡаһында, “Балкан маршрутындағы” бөтә сиктәр ҙә ябыҡ.

    Грециялағы хәбәрсебеҙ Констас Целлос бына нимә тип һөйләй:

    -Сиктәрҙең ябылыуы Грециялағы меңдәрсә мигрантты хафаға һалды. Улар юлдарын артабан дауам итергә теләй, шуға күрә ЕС һәм Төркиә араһындағы килешеүҙең үҙе көсөнә инеүенә ҡаршы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий