пятница, 22 апреля 2016 г.

БМО-ла 165 ил климат буйынса килешеүгә ҡул ҡуясаҡ.


165 ил Нью-Йорктағы БМО штаб-фатирындағы тантанала климат буйынса килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Ваҡиға 7 йыл элек иғлан ителгән Халыҡ-ара Ер көнөнә бағышлана. Килешеү уҙған йылдың декабрендә Парижда климат мәсьәләренә бағышланған ике аҙналыҡ саммит һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгәйне. Ул саҡта йөҙ йыллыҡ аҙағына планеталағы уртаса температураны Цельсий буйынса ике градустан арттырмауға йүнәлтелгән саралар тураһында килешеүгә ирешкәйнеләр.

Документ климат үҙгәреүҙәре менән көрәш маҡсатында атмосфераға бүлеп сығарылған парник газдары күләмен билдәләй. Ғалимдар фекере буйынса, глобаль йылыныу донъя океанының һиҙелерлек күтәрелеүе кеүек һәләкәттәргә алып килеүе ихтимал. Ерҙең күп кенә үҫемлектәренә һәм хайуандарына ул етди ҡурҡыныс тыуҙыра.






Комментариев нет:

Отправить комментарий