суббота, 23 апреля 2016 г.

Глобаль климат килешеүенә ҡул ҡуйылды.


Рәсәй климат үҙгәреүенә ҡағылышлы Париж килешеүенә ҡушылды. Нью-Йорктағы БМО-ның штаб-фатирында 170-тән ашыу ил вәкиле документҡа ҡул ҡуйҙы. АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри, был мәлдең ҙур символға эйә булыуын күрһәтеп, тантанаға ейәнсәре менән килгәйне.

Уҙған йылдың декабрендә Парижда COP21 климат конференцияһында ҡабул ителгән килешеү тексында атмосфераға углекислый газды бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса йөкләмәләр алынды.

Бығаса БМО тарихында бер көндө килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн 170 ил вәкилен бергә йыйып булғаны юҡ ине. Хәҙер был йөкләмә генә түгел, ул халыҡ-ара хоҡуҡиәттә үҙ урынын алған текст. Артҡа юл юҡ һәм был ҙур алға китеш,”-тип белдерҙе француз президенты Франсуа Олланд.

Леонардо Ди Каприо, актёр һәм изге ниәт илсеһе:

Беҙ бер-беребеҙҙе ҡотлай алабыҙ, тик һеҙ, үҙ илдәрегеҙгә ҡайтып, был тарихи килешеүҙә бирелгән вәғәҙәгеҙҙе үтәмәһәгеҙ, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ғәмәл ҡылыу ваҡыты етте - аныҡ һәм бығаса күрелмәгән ғәмәлдәр.”

Ғалимдар фекеренсә, атмосфераға углекислый газды бүлеп сығарыу температураның күтәрелеүенә һәм кире ҡайтарып булмай торған климат үҙгәрештәренә алып киләсәк. Илдәр температураның уртаса күтәрелешен Цельсий буйынса 2 градустан, хатта 1,5 градустан арттырмаҫҡа һүҙ бирә. Яңы климат килешеүе 2020 йылда Киото протоколына алмашҡа киләсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий