суббота, 23 апреля 2016 г.

Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы Эквадорға ярҙам ебәрҙе.


БМО-ның Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы емергес ер тетрәүҙән зыян күргән Эквадорға аҙыҡ-түлек ярҙамы ебәрҙе һәм әле уны таратып биреү өҫтөндә эшләй. Ил хөкүмәте билдәләүенсә, йөҙҙәрсә мең кеше ярҙамға мохтаж. Уларҙың күбеһе үҙ ҡыйығынан, милкенән мәхрүм ҡалған.

Һыу юҡ, электр юҡ, аҙыҡ-түлек юҡ,-ти Манта ҡалаһында йәшәгән Марианна Мендес.-Бөтә нәмә емерек, бынан китер өсөн хатта машиналар ҙа юҡ. Балалар өсөн һөт тә, кейем дә юҡ, барса йорт емерек.”

Берләшкән Милләттәр ойошмаһы донъя йәмәғәтселеген зыян күргән эквадорлыларға гуманитар ярҙам ебәрергә саҡырҙы:

Әле беҙ тәбиғәт ҡазаһының үҙәге булған Мантала. Эквадор хөкүмәте менән Эквадор армияһы, шулай уҡ Бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы айырыуса зыян күргән райондарға ярҙам күрһәтергә тырыша. Хәстәханалар, халыҡ урынлаштырылған лагерҙар беҙҙең иғтибар үҙәгендә, ошо аҙналарҙа йөҙҙәрсә мең кешегә ярҙам итергә ниәтләйбеҙ. Эшләйһе эштәребеҙ би күп.”

16 апрелдәге ер тетрәү һөҙөмтәһендә, Эквадорҙа 570 кеше һәләк булған, меңдәрсәһе тән йәрәхәттәре алған. Ер тетрәү бында аҙна буйы дауам иткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий