воскресенье, 24 апреля 2016 г.

Ганновер халҡы АҠШ президентын күп меңлек ҡаршылыҡ акциялары менән ҡаршылай.


Yes, we can! Эйе, беҙ партнерлыҡ хаҡындағы Транслатлантик килешеүен булдырмауыбыҙ ихтимал!”-ошондай лозунгылар менән Ганновер халҡы АҠШ президенты визиты алдынан урамдарға сыҡты.

Йәшелдәрфирҡәһе, тәбиғәтте һәм ҡулланыусыларҙы һаҡлау ассоциацияһы ойошторған ЕС һәм АҠШ араһындағы ирекле сауҙа килешеүенә ҡаршы демонстрацияла тиҫтәләрсә мең кеше ҡатнашты.

Беҙ бында бер нәмәгә асыҡлыҡ индереү өсөн: беҙгә барыбер түгел, немецтарға ла, европалыларға ла, шулай уҡ американлыларға ла. АҠШ-тың граждандар йәмәғәтселеген был килешеү борсоуға һала, был турала Барак Обаманың беҙ белеүен теләйбеҙ,”-ти Симоне Петер, немец “йәшелдәре”нең етәксеһе.

Хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙың күпселек вәкилдәре документтарҙың йөкмәткеһе менән таныша алған, һәм, ысынлап та, һүҙ буштан-бушҡа ҡурҡыу һәм хәүефләнеү хаҡында түгел, факттар хаҡында бара: компаниялар киң хоҡуҡтарға эйә буласаҡ, яңы халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөләсәк, ә һаҡлыҡ саралары принцибы, кәрәге бөтөп, юҡҡа сығасаҡ,”-тип өҫтәй Attac төркөмө ағзаһы Ханни Граманн.

Дүшәмбе Нью-Йоркта һөйләшеүҙәрҙең яңы этабы старт аласаҡ, һәм АҠШ президентының Германияға ике көнлөк визитында Трансатлантик килешеүе темаһы төп урында буласаҡ, тип билдәләй күҙәтеүселәр.

Сауҙа еврокомиссары Сесилия Мальстрем Барак Обама һәм Ангела Меркель Германия халҡына килешеүҙең ни өсөн мөһим булыуын аңлата алыр тигән өмөтөн белдерҙе. Уҙған йылдың октябрендә Трансатлантик килешеүенә ҡаршылыҡ йөҙөнән Берлин урамдарына йөҙҙәрсә мең кеше сыҡҡайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий