вторник, 26 апреля 2016 г.

Папуа-Яңы Гвинея: баш суд Австралиялағы мигранттар лагерын ябырға ҡарар итте.


Папуа-Яңы Гвинея Баш суды Австралияла һыйыныу урын эҙләгән мигранттарҙы Манус утрауындағы махсус лагерҙа тотоуҙы конституцияға ҡаршы килә тип таныны һәм был практиканы туҡтатырға бойорҙо.

Австралия закондары буйынса, диңгеҙ юлы менән Австралияға йүнәлгән мигранттар Папуа-Яңы Гвинеяның Манус утрауы һәм Науру республикаһы лагерҙарына оҙатыла.

Ричард Ди Натале, “Австралия йәшелдәре” фирҡәһе башлығы:

Австралия "йәшелдәре" Папуа-Яңы Гвинея Баш суды ҡарарын хуплай. Хәҙер барыһына ла аңлашыла: ҡасаҡтарҙың беҙҙә һыйыныр урын эҙләүе түгел, ә Австралия хөкүмәтенең ғәмәле ҡануниәтте боҙоу булып тора.”

Рәсми рәүештә “региональ процессинг үҙәк”тип аталған Манустағы лагерь идаралығы һәм һағы шәхси подрядсылар ҡулында. Унда көн итеүселәрҙең йәшәү шарттарын хоҡуҡ һаҡлауылар күп тапҡыр тәнҡитләгәйне.

2014 йылдың февралендә лагерҙа сыуалыштар башлана һәм, уны баҫтынғанда, сығышы менән Ирандан булған бер ир һәләк була.

2015 йылдың авгусында Австралия мультипликаторы Лукас Шрэнк утрауҙағы фажиғәле ваҡиғаларға бағышланған анимацион фильм сығарҙы.

Авторы: Юрий Смирнов | REUTERS материалдары буйынса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий