суббота, 7 мая 2016 г.

Эрдоган- Европаға: “Үҙ юлығыҙ менән барығыҙ...”


Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Европа Союзын тәнҡитләп ташланы. Һүҙ терроризмға ҡаршы тороуға ҡағылышлы законды үҙгәртеү мәсьәләһе буйынса Брюсселдең Анкараға баҫым яһарға маташыуы хаҡында бара. Анкара менән Брюссель июнь аҙағына ҡәҙәр визаларҙан баш тартыу мәсьәләһен хәл итергә килешкәйне. Бының өсөн Төркиә, терроризм менән көрәш өлкәһендәге ҡануниәт реформаларын да индереп, байтаҡ шарттарҙы үтәргә тейеш ине (улар 70-тән ашыу).

Йома көн Стамбулда сығыш яһап, төрөк лидеры ЕС-ҡа былай тип мөрәжәғәт итте:

Һеҙ Курдстан эшселәр фирҡәһендәге курд террористарына Европарламент бинаһы алдында палаткалар ҡорорға рөхсәт итәһегеҙ һәм, демократия менән ҡапланып, уларға башҡа мөмкинлектәр бирәһегеҙ. Ә аҙаҡ беҙгә былай тиһегеҙ: терроризмға ҡаршы ҡануниәтегеҙҙе үҙгәртһәгеҙ, виза режимынан баш тартабыҙ. Ғәфү итегеҙ...Һеҙ үҙ юлығыҙ менән барығыҙ, беҙ үҙ юлыбыҙ менән...”

Эрдоган яңы конституция ҡабул итеү һәм республика менән идара итеү формаһын үҙгәртеү мәсьәләһенә лә туҡталды.

Эрдоган:
Президент системаһын индереү туранан-тура минең менән бәйләнмәгән. Төркиәнең үткәне һәм бөгөнгөһө шуны күрһәтә: илгә президент республикаһы һәм яңы конституция кәрәк. Бынан ҡурҡырға кәрәкмәй.”

Эрдоган һүҙҙәре буйынса, парламент формаһы идаралығы көрсөккә алып килә.

Көн элгәре идара итеүсе “Ғәҙеллек һәм үҫеш” фирҡәһе башлығы Әхмәт Дауыт улының үҙ посынан китеүе билдәле булды. Автоматик рәүештә ул кабинет башлығы креслоһын да ҡалдыра.

Эрдоган үҙ власын нығытырға ниәтләй тип баһалай быны оппозиция.


Комментариев нет:

Отправить комментарий