суббота, 7 мая 2016 г.

Төркиә: оппозиция журналисына һөжүм.


Суд бинаһынан дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнгән “Йөмһүриәт” оппозиция гәзите баш редакторы Йән Дүндәр сыҡҡан саҡта, билдәһеҙ ир уға өс тапҡыр атҡан. Йән Дүндәр зыян күрмәгән. Суд процесын яҡтыртҡан телерепортерҙың аяғы еңелсә яраланған.

Дүндәр һүҙҙәре буйынса, ул енәйәтсе менән таныш түгел, әммә уны енәйәтскә этәреүселәр уға билдәле:

Миңә атҡан кешене мин белмәйем. Тик мине сәпкә алған кешеләрҙе яҡшы беләм. Ай буйы сәптә торған журналистың бындай хәлгә тарыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Мине сәпкә алыусыларға был һабаҡ булыр тип уйлайым.”

Төркиә разведкаһының Сүриә боевиктарына йәшерен рәүештә ҡорал оҙатыуы хаҡында мәҡәлә баҫтырып сығарған Йән Дүндәр һәм Анкаралағы “Йөмһүриәт” бюроһы етәксеһе Эрдем Гөл йома көн 5 йыл да 10 айға һәм дәүләт серен таратҡандары өсөн 5 йылға хөкөм ителде.






Комментариев нет:

Отправить комментарий