суббота, 7 мая 2016 г.

Лейборист Садиҡ Хан - Лондондың яңы мэры.


Тәүге тапҡыр Британия баш ҡалаһының яңы мэры итеп мосолман һайланды, ул- Лейбористар фирҡәһе кандидаты Садиҡ хан. Был турала Бөйөк Британияның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, йәкшәмбе Лондонда үткән һайлауҙарҙа уның өсөн һайлаусыларҙың 44 проценты тауыш биргән.

Садиҡ Ханға 45 йәш, уның атаһы автобус водителе булып эшләгән.

Һуңғы 8 йыл дауамында Лондон мэры посын Консерватив фирҡә ағзаһы Борис Джонсон биләне. Һайлау алды кампанияһында Джонсон Хандың төп дәғүәсеһе, консерваторҙар кандидаты миллионер Зак Голдсмитты яҡланы. Әммә һайлаусыларҙың 35 проценты ғына уның өсөн тауыш бирҙе. Яҡын арала һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий