пятница, 1 апреля 2016 г.

Польша сит ил эштәре министрлығы 500 совет һәйкәлен алып ташлау хаҡындағы тәҡдимгә аңлатма биреүҙән баш тартты.


ВАРШАВА, 1 апрель. /ТАСС/ Польша сит ил эштәре министрлығы Милли хәтер институтының Икенсе донъя һуғышынан һуң совет һуғышсыларына ҡуйылған 500 мемориалды алып ташлау хаҡындағы тәҡдименә аңлатма биреүҙән баш тартты.

ТАСС хәбәрсеһенең был инициативаға аңлатма биреүҙе һорауына Польша сит ил эштәре министрлығынан “Был мәсьәлә буйынса Милли хәтер институты менән бәйләнешкә инегеҙ,”-тигән яуап алынды.

Бынан алда Милли хәтер институты совет һуғышсылары һәйкәлдәренә инвентаризация үткәрергә ниәтләүе тураһында хәбәр иткәйне, һәйкәлдәр хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡәберҙәренә ҡуйылғандарына һәм уларҙан тыш ҡуйылғандарына бүленгәйне.

Польша яғы фекеренсә, монументтарҙың икенсе төркөмө поляк халҡының Ҡыҙыл армия һуғышсыларына рәхмәтле булыуын түгел, “социалистик оккупация”дәүерен сағылдыра. Милли хәтер институты 500 һәйкәлде алып ташларға тәҡдим итә.

Польшаны фашистарҙан азат иткәндә, 660 совет һалдаты һәм офицеры һәләк булған. Фашистар оккупацияһы осоронда 6 миллион Польша гражданы үлтерелгән.

РФ сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова элегерәк белдереүенсә, Польшаның совет һуғышсыларына ҡуйылған 500 һәйкәлде алып ташларға ниәтләүе Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Ҡыҙыл армияның ил халҡын юҡ итергә иҫәп тотҡан гитлерсыларҙан азат итеүен хәтерҙән юйып ташлауға йүнәлтелгән.

Һәйкәлдәр менән һуғыш поляк халҡы хәтеренән Ҡыҙыл армияның поляк халҡын ҡырылыуҙан йолоп ҡалыу фактын инҡар итеү өсөн эшләнә,-тине ул.-Польша властары экстремистик ҡарашлы сәйәсмәндәр ҡотҡоһона бирелмәҫ һәм варварҙарса сараларҙы тормошҡа ашырмаҫ тип өмөтләнәбеҙ.

Захарова йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Мәскәү Польшалағы совет һалдаттары һәйкәлдәренә мөнәсәбәт проблемаһы хаҡында бер нисә тапҡыр һөйләшергә тәҡдим итеп ҡараған. Уның һүҙҙәре буйынса, Польша властары “намыҫлы әҙәмдәргә хас булған ябай кешелеклелеккә саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итергә һәм һәйкәлдәр менән һуғышты туҡтатырға теләмәне.”






Комментариев нет:

Отправить комментарий