суббота, 2 апреля 2016 г.

Перу: студенттар бунт күтәрҙе.


Кесе йома Перу көньяҡ-көнбайышындағы Пампас ҡалаһы районында демонстрацияла ҡатнашыусылар полиция менән бәрелеште.

Студенттар күтәргән бола өс көнгә һуҙылды. Улар 2011 йылда уҡ төҙөлгән университеттың яңы бинаһын асыуҙы талап итә.

Перуҙың эске эштәр министры полицейскийҙарға һөжүмде ғәйепләп сыҡты.

Мин әйтә килдем һәм хәҙер ҙә әйтәм: ҡаршы сығыуҙар - бер нәмә, ә көс ҡулланыу - бөтөнләй икенсе нәмә. Беҙ үҙ офицерҙарыбыҙҙы һәр саҡ яҡлаясаҡбыҙ, бигерәк тә хәҙерге кеүек үҙ бурысын үтәгән саҡта зыян күргән осраҡта.”

Тәртипһеҙлектәр ваҡытында 20 кеше яраланған, күбеһе - полицейскийҙар, тән яраһы алыусылар демонстрацияла ҡатнашҡандар араһында ла бар.

5 йыл үтте, ә улар беҙҙе һаман алдай, шуның өсөн дә бөгөн халыҡ тәүәккәл эш итергә ҡарар итте,”-тип аңлата ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе.

Демонстрацияла ҡатнашҡан студенттар бер полицейскийҙы аманатлыҡҡа алған.
Урындағы властар уларҙың талабын үтәй алмай. Университеттың яңы бинаһын асыу мәсьәләһе Лимала хөкүмәт кимәлендә хәл ителә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий