The
Sunday Times раҫлауынса, Британияның 150 самаһы
алдынғы спортсыһы допинг һәм шундай
тыйылған препараттар ҡулланған. Улар
араһында премьер-лига футбол клубы
уйынсылары, крикет буйынса Англияның
йыйылма командаһы уйынсылары,
велосипедсылар, тенниссылар, боксерҙар.
Ғауға
үҙәгендә – врач Марк Бонар. Лондондың
шәхси клиникаһында эшләгән был кешене
журналистар йәшерен камераға төшөрөп
алған. Ул спортсыларға составында
стероидтар булған препараттар,
эритропоэтин һәм үҫеү гормондары
тәғәйенләүе хаҡында һөйләй. Гәзит шуны
билдәләп үтә: Бонар һүҙҙәрен иҫбатлаусы
дәлилдәр уларҙа юҡ, ә доктор иһә медицина
талаптарына ярашлы ғына эш итеүе тураһында
һөйләй.
“Челси”
һәм “Арсенал” футбол клубтары, Бонар
пациенттары араһында уларҙың уйынсылары
ла бар, допинг ҡулланыуҙары хаҡындағы
мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
Британия
хөкүмәте Британияның Антидопинг
агенствоһына ҡаршы тикшереү башларға
күрһәтмә бирҙе. Агенство, The Sunday Times
раҫлауынса, Бонарҙың эшмәкәрлеге хаҡында
ике йыл элек үк белгән булған, әммә бер
сара ла күрмәгән.
Яңы
ғауға Британия спортсыларына Рио-де
Жанейролағы йәйге Олимпиадала ҡатнашырға
ҡамасаулауы ихтимал. Рәсәй атлеттары
менән допинг ғауғаһы тыуҙырған немецтарҙың
ARD каналы
британлылар тарихын
йәкшәмбе кис яңы документаль фильмда
асып һалырға вәғәҙә бирә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий