Төркиә
граждандары Сүриә һәм Яҡын Көнсығыш
мигранттарының үҙ территорияһына кире
ҡайтыуына ҡаршы. Дикили ҡалаһы халҡы
шәмбе көн Анкаралағы хөкүмәт һәм
Евроберләшмә чиновниктары төҙөгән
килешеүгә ҡаршы сыҡты, был килешеүгә
ярашлы дүшәмбенән алып Европанан легаль
булмаған мигранттар кире Төркиәгә
оҙатыласаҡ.
Дикили
ҡалаһынан Нуртен Атаоғлу һөйләй:
“Хөкүмәттең
уйламай эш итеүе өсөн мин яфа сигергә
теләмәйем. Һәммәһенә берәр мең лир
бирәйек тә уларҙы Европа алһын. Улар
йәл, әлбиттә, тик беҙ һуғышҡа ҡаршы сығыш
яһайбыҙ.”
Дикили
ҡалаһы мигранттарҙың юл өҫтөндә -
Грецияның Лесбос утрауына ҡаршы булған
төрөк ярында. Европа оҙатҡан ҡасаҡтарҙы
диңгеҙ юлы буйлап Дикилиға килтерәсәктәр.
Төрөк
яр буйы һағы Грецияға юлланырға йыйынған
бер нисә тиҫтә кешене туҡтатҡан. Улар
урындағы портта һаман Европаға барыу
етеү өмөтө менән йәшәй.
Дикили мэры,
мигранттар һуңғы йылдарҙа ҙур сығымдар
талап иткән урындағы туристик
инфраструктура үҫешенә ҡамасаулай, тип
белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий