Бер
нисә сәғәттән үҙҙәрен “Сүриә ҡасаҡтары”
тип атаусы кешеләр Грецияның Лесбос
утрауынан Төркиәгә оҙатыласаҡ. Дүшәмбе
көн, 4 апрелдә, Евроберләшмә һәм Анкара
араһындағы килешеү үҙ көсөнә инде - ЕС
территорияһына законһыҙ үтеп ингән
мигранттар Төркиәгә ҡайтарыла башлаясаҡ.
Легаль булмаған мигранттарҙың береһе
лә кире унда ҡайтырға ашҡынып тормай.
Мигранттар
һөйләй:
“Төркиә
- беҙҙең өсөн хәүефле ил. Беҙ унда барырға
теләмәйбеҙ. Унда хәлдәр ҡатмарлы, бер
ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Төркиә Европанан,
башҡа илдәрҙән аҡса ала, әммә сүриәлеләргә
бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй.”
Дүшәмбенән
шаршамбыға ҡәҙәр Лесбостан төрөк ярына
750 кешене оҙатырға уйлайҙар. Әлеге мәлдә
ваҡытлы үҙәктә 3 мең самаһы кеше йәшәй.
Борис
Чершиков, БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса
комиссариат вәкиле:
“Урындарҙа
ҡотҡарыусылар булыуы мөһим, кешеләр
кәрәкле ярҙамды алырға тейеш. Уны халыҡты
оҙатыу башланғансы эшләргә кәрәк.
Бындағы хәлдәр беҙҙә борсолоу тыуҙыра,
беҙ Грецияны һәм Төркиәне урындарҙа
ҡотҡарыусыларҙы әҙер тоторға саҡырабыҙ.
Әлегә ике илдә лә был мәсьәләлә
етешһеҙлектәр күрәбеҙ.”
БМО
фекеренсә, был кешеләр Европанан ҡасаҡ
статусы биреүҙе һораған, шулай булғас
улар менән лайыҡлы мөғәмәлә итергә
кәрәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий