Рейкьявикта
дүшәмбе көн кис меңдәрсә кеше парламент
бинаһы алдына, Исландия премьер-министры
Сигмюндур Давид Гуннлейгссон
етәкселегендәге хөкүмәттең отставкаға
китеүен талап итеп, ҡаршылыҡ акцияһына
сыҡты - “офшор ғауғаһы”нда
премьер-министрҙың хәләл ефете компанияһы
Британияның Виргин утрауҙарында
теркәлгән булыуы асыҡланған.
Премьер
иһә үҙенең дә, ҡатынының да закондарҙы
боҙмауы хаҡында һөйләй:
“Мин,
әлбиттә, отставкаға китергә уйламайым,
сөнки минең ҡатыным һәр ваҡыт һалымдарҙы
түләп килде...”
Уға
белдерелгән дәғүә шунан ғибәрәт: уның
ғаиләһенең сит илдә ҙур активтары бар,
ә Исландияла капиталды ситкә сығарыуға
ҡаты сикләүҙәр бар. Бер нисә фирҡә вәкиле
министрҙар кабинеты башлығына ышанысын
юғалтыуы тураһында белдерҙе һәм был
мәсьәләне парламентта тауышҡа ҡуйыуҙы
талап итте. Уң үҙәктәрҙең коалиция хөкүмәте,
һуңғы ваҡыт халыҡтың байтаҡ өлөшө уға
ышанысын юғалтһа ла, унда күпселекте
тәшкил итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий