вторник, 5 апреля 2016 г.

Ҡайһы бер илдәрҙә “Панама документтары” менән бәйле тикшереүҙәр алып барыласаҡ.


Панама властары “Моссак Фонсека” компанияһы мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән доклад менән бәйле тикшереү үткәрергә ниәтләй.

Донъяның идара итеүсе һәм элекке лидерҙарының офшорҙағы иҫәптәре хаҡындағы доклад - төрлө илдәрҙең йөҙҙәрсә журналисының хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Офшор донъяһы тиҙ арала үҙен йәнә тергеҙергә һәләтле,-ти Марина Уокер Гевара, Халыҡ-ара журналист тикшереүе консорциумы директор урынбаҫары.-Ниндәйҙер фокус сере асылыу менән, юғары хеҙмәт хаҡы алған бухгалтерҙар менән юристар яңы фокус уйлап таба. Тик ваҡыт үтеү менән, ныҡыш журналистарҙың ҙур төркөмө бергәләп тикшереү үткәргән яңы мәғлүмәттәр осоронда, йәшерен серҙәрҙе йоҙаҡта тотоу ауыр буласаҡ.”

Панама досьеһы”нда 11,5 миллион документ. Унда Панама һәм Британияның Виргин утрауҙары офшорҙарындағы иҫәптәр аша аҡса күсереү схемалары тураһында һүҙ бара, 50 илдең 140 сәйәсмәне, бизнесмены, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәре телгә алына.

Британия, Франция, Швеция һәм башҡа илдәрҙең властары, һалымдарҙан ҡасыусылар менән көрәш маҡсатында, журналистарҙан документтарҙың копияларын һораны. Халыҡ-ара журналист тикшереүе консорциумы булған документтарҙың бер өлөшө генә баҫылыуы, һуңыраҡ яңы документтар донъя күрәсәге хаҡында белдерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий