вторник, 5 апреля 2016 г.

Нимә ул “һалым гаване”?


Уларҙы юҡҡа ғына “һалым гаване” тип атамайҙар. Офшорҙар - сит ил кешеләренә бизнес һәм һалым өсөн ташламалар яһаусы илдәр йәки территориялар. Донъяла бындай зоналар, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы иҫәбе буйынса, йөҙгә яҡын. Уларҙың күбеһе - утрау-дәүләттәр, улар өсөн сит ил компанияларын теркәү  төп килем сығанағы тиергә мөмкин.

Әйтәйек, фирма һалым йөкләмәһен кәметергә йәки бизнесын милли ҡануниәт йоғонтоһонан азат итергә теләй һәм офшор зоналарының береһендә теркәлә. Офшор хаҡында үҙ илеңдең һалым органдарына хәбәр иткән хәлдә, был законлы. Әммә йыш ҡына офшорҙы криминал, коррупция, мутлыҡ схемалары ярҙамында табылған килемдәрҙе легалләштереү өсөн файҙаланалар. Шуға күрә һалым ташламалары тәҡдим иткән илдәр ҡаршылыҡлы хәлдә ҡала. Яңы Зеландия Панаманың Mossack Fonseca теркәүсе фирмаһы файҙаланған һалым ышығы исемлегендә.

Премьер-министр Джон Кей:

-Яңы Зеландияла 1988 йылғы траст реформаһынан алып шул уҡ һалым закондары. 2013 йылда Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы, Яңы Зеландияның статусын ҡайтанан ҡарап, финанс йәһәтенән таҙа булғандар исемлегенә индерҙе.

2008 йылғы көрсөктән һуң, һалым түләүҙән ҡасыусылар менән көрәш, халыҡ-ара ойошмаларҙы ла үҙ эсенә алып, глобаль төҫ алды. Һалымдарҙан азат зоналар кәмей, тик офшорҙарҙың популярлығы кәмемәй.  Tax Justice Network мәғлүмәттәре буйынса, тыныс “һалым гавандәр” ҡосағында 20-нән алып 32 триллионға ҡәҙәр доллар ҡасып ята.






Комментариев нет:

Отправить комментарий