Шишәмбе
Берлинда үткән матбуғат конференсьеһында
”Панама досьеһы” төп темаларҙың береһе
булды, унда журналистарҙың һорауҙарына
Германия канцлеры Ангела Меркель,
Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристин
Лагард һәм төп финанс ойошмалары
етәкселәре яуап бирҙе.
Лагард
шуны билдәләп үтте: финанс операцияларының
асыҡлығын тәьмин иткән реформалар
үткәрелә башлаған. “Был эшкә 2010 йәки
2011 йылдарҙа, әйтергә кәрәк “Ҙур егерме”лә
Франция рәйес булғанда башланғыс
һалынды. Тик был эш әлегә тамамланмаған.
Эште теүәлләүгә йыраҡ әле һәм атҡарылаһы
эштәр бик күп. Даими рәүештә яңы юлдар
табыу мөһим, сөнки беҙ көрәшкән әҙәмдәр
фантазияһының сиге юҡ,” -тине ул.
Донъялағы
иң ҙур офшор юридик фирмаһы булған
Панаманың Mossack Fonseca документтарын
баҫтырып сығарыу менән бәйле ҡайһы бер
илдәрҙә тикшереүҙәр башланды. Айырым
алғанда, Рәсәй генпрокуратураһы
документта телгә алынған Рәсәй граждандары
хаҡындағы мәғлүмәтте тикшерәсәген
белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий