среда, 6 апреля 2016 г.

ЕС граждандары наркотиктарға йылына 24 млрд евро тотона.


Европаның наркотиктар һәм наркобәйлелек мониторинг үҙәге һәм Европол полиция хеҙмәте тәүге тапҡыр Евроберләшмәләге легаль булмаған наркотиктар баҙары күләменә баһалама бирҙе. Докладта әйтелеүенсә, ЕС граждандары йылына бындай матдәләргә 24 млрд евро самаһы сарыф итә. Ошо сумманың 38 проценты марихуанаға тотола, 28 проценты- героинға, 8 проценты- амфетаминдар һәм 3 проценты- экстазиға.

Ойошҡан енәйәтселек өсөн наркотиктар етештереү һәм таратыу - килемле шөғөл. Европол директоры Роб Уэйнрайт әйтеүенсә, был йәшерен бизнес беҙҙең заманда Европаға мигранттарҙы легаль булмаған юл менән ташыу һәм хатта терроризм менән бәйләнгән.

Шундай хәлдәр ҙә булғыланы: “йүнсел” енәйәтсел төркөмдәр ҙур булмаған наркотиктар контрабандаһынан мигранттар контрабандаһына күскеләп торҙо,”-ти Уэйнрайт.

Докладта әйтелеүенсә, наркотиктар һатыу күбеһенсә интернет аша атҡарылып, криптовалюта менән түләнгән. Уларҙы күберәк диңгеҙ юлы менән контейнерҙарҙа ташыйҙар.

Мониторинг үҙәге вәкиле Алексис Гоздыл йәшерен лабораторияларҙа әҙерләнгән, властарға билдәле булмаған синтетик наркотиктар тураһында һөйләне:

Уҙған йыл беҙ яңы 100 психоактив матдә таптыҡ, һәр аҙна һайын икешәрҙе,-ти Гоздыл.-Сағыштырыу өсөн шуны әйткем килә: 6, 8 йәки 10 йыл элек, уртаса алғанда, аҙнаһына берәүҙән кәмерәк таба инек.”

Хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда кәмеп торған героинды ҡулланыу артҡан. 1,3 млн европалы уға эйәләшеп алған. Йәшерен баҙарҙа был наркотиктың сифаты яҡшырған, ә хаҡы түбәнәйгән. Уны башлыса төрөк, албан һәм пакистанлыларҙың енәйәтсел төркөмдәре тарата икән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий