Көҙгә
тәғәйенләнгән ваҡытынан алда үткәреләсәк
һайлауҙарға тиклем, Исландия премьер-министры
вазифаһы илдең балыҡсылыҡ һәм ауыл
хужалығы министры Сигурдур Инги
Йоханнссонға йөкмәтелде. Был посты ул,
Панама офшор ғауғаһы арҡаһында, хөкүмәт
башлығы Сигмундур Давид Гуннлейгссон
“билдәһеҙ ваҡытҡа” премьер креслоһын
ҡалдырырға мәжбүр булғас биләне.
Кабинет
башлығын алмаштырыу парламент яҙмышына
ҡағылмаясаҡ - идара итеүсе коалиция
ағзалары һайлауҙарға ҡәҙәр эште дауам
итергә килеште. Бөгөн үк министрҙар
кабинетында ҡайһы бер урындарҙы
алмашыуҙар булыр, ә
Гуннлейгссон рәсми рәүештә отставка
китеүен белдереп сығыш яһар тип көтөлә.
Рейкьявикта
өсөнсө көн инде парламент бинаһына
ҡаршы ҙур манифестация үтә. Исландтар
элекке премьерҙың Британияның Виргин
утрауҙарында теркәлгән офшор компаниялар
менән бәйле булыуына асыулы, сөнки ил,
2008 йылдан бирле, мөжизә менән генә дефолт
һаҙлығына батмайынса, ҡаты иҡтисади
саралар режимында йәшәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий