четверг, 7 апреля 2016 г.

Руанда: геноцидтың 22 йыллығы.


7 апрель – Халыҡ-ара Руанда геноцидын хәтерләү көнө. 22 йыл элек был илдәге власты баҫып алған хуту халҡынан торған ваҡытлы хөкүмәт 100 көн эсендә әҙселекте тәшкил иткән тутси халҡының 800 000-дән ашыу кешеһен юҡ итә.

Геноцид ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәй,-ти Адама Диенг, БМО-ның геноцидты иҫкәртеү буйынса генераль секретарҙың махсус советнигы.- Геноцид - билдәле ваҡыт, сығымдар, планлаштырыуҙы талап иткән процесс. Геноцид алдынан кеше хоҡуҡтарын етди боҙоуҙар булыуын да беләбеҙ. Лидерҙарҙың этномәҙәни төрлөлөк мәсьәләләрен конструктив хәл итеүҙәге роле хаҡында хәтерҙәренә төшөрөп тороу өсөн, өҫтәмә тырышлыҡ һалырға тура килә.”

1994 йылда ойошторолған Руанда буйынса Халыҡ-ара трибунал геноцидты ойоштороусы һәм быға һөсләтеүсе бер нисә тиҫтә кешегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ғәйепле 8 кеше әлегә табылмаған.





Комментариев нет:

Отправить комментарий