пятница, 8 апреля 2016 г.

Греция легаль булмаған мигранттарҙы кире Төркиәгә оҙата.


Грецияның Лесбос утрауы ярҙарында, легаль булмаған мигранттарҙы кире Төркиәгә депортациялау барышында волонтерҙар, һыуға һикереп, мигранттар ултырған катерҙы туҡтатырға маташты. Тик властар активистарҙы һыуҙан сығарҙы һәм мигранттарҙы барыбер оҙатты.

Дүшәмбе көн сығышы менән Пакистандан булған 200-ҙән ашыу кеше Төркиәгә оҙатылды. Төрөктәрҙең Измирына яҡын булған Хиос утаруына килеп эләккән афған ҡасаҡтарын да шундай уҡ яҙмыш көтә. Греция властары 200 самаһы легаль булмаған мигрантты Хиостан көньяҡҡа табан 200 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Леросҡа күсерҙе.

Хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары хәбәр итүенсә, ҡасаҡтар ни өсөн уларҙы Евроберләшмә территорияһынан депортациялауҙарын аңламайҙар.

Греция-Македония сигендә иһә Төркиәнән килгән 11 меңдән ашыу мигрант тупланған. 40 кеше, полиция менән айҡашып, сик аша сығырға ынтылып ҡараны. Ай самаһы элек Европа властары документтары тәртиптә булмаған мигранттар өсөн ЕС территорияһына юлды япҡайны, шул рәүешле Грецияла хәҙер Яҡын Көнсығыштан 53 мең ҡасаҡ йыйылып киткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий