воскресенье, 10 апреля 2016 г.

Курд ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡта.


Ираҡтың төньяғы, фронт һыҙығы. Курд ҡатын-ҡыҙҙары ИДИЛ-ға ҡаршы ҡыйыу алыша. Үҙ күҙҙәребеҙ менән ҡыҙҙарҙың үлемгә лә әҙер булыуын күрҙек - боевиктар ҡулына эләккәнсе улар үлемде хуп күрә.

Бында уларҙың отряды ИДИЛ-дан тартып алынған нефткә бай Киркук ҡалаһын һаҡлай. Оҙайлы һуғыштар курдтарҙың ҡораллы Пешмерга көстәре етәкселегендә барҙы. “Евроньюс” Курдстан Демократик фирҡәһенә яҡын торған Курд азатлыҡ фирҡәһенә ҡараған ИДИЛ менән көрәшеүсе курд ҡатын-ҡыҙ һуғышсылары йәшәгән баракта булды.

Был дошман - ИДИЛ боевиктары менән көрәш - һәр бер кешенең бурысы. Пешмерга флагы аҫтында беҙ - ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат - бергәләп һуғышабыҙ. Еремде, милләтемде, йортомдо һаҡлауҙа мин дә ҡатнашырға теләйем,”-ти курд отряды лидеры Зора Заран.

Отрядта 18-28 йәшлек ҡатын-ҡыҙ алыша, башҡа отрядтарҙа 18 йәштән алып 40 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙ ҙа бар.

Ҡыҙҙар һуғышҡа үҙ ирке менән килгән һәм хеҙмәте өсөн бер ниндәй ҙә түләү алмай. Илеңә хеҙмәт итеү - хаҡ ҡуйыуҙан азат булған бурыс, тип аңлата улар быны.

Мин бында үҙ теләгем менән килдем. Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, ир-ат ир-ат булып ҡала, әммә көндәлек тормошобоҙҙа айырма юҡ, фронт һыҙығында беҙ барыбыҙ ҙа тиң. Ҡайһы бер ир-ат өйҙә ултырып, террористик төркөмдө еңеүгә бер ниндәй ҙә өлөш индермәгән саҡта, мин алышҡа сығыуым менән ғорурланам,”-ти икенсе һуғышсы ҡыҙ.

Был ҡыҙҙарға һис ҡасан әсир төшмәҫкә тигән аныҡ инструкция бирелгән. ИДИЛ боевиктары өсөн улар шәп табыш. Улар ҡулына эләккән хәлдә, “хәрби әсир” булғандары өсөн генә лә уларҙы төрлөсә мыҫҡыллауҙар, көсләүҙәр көтә.

Мөхәммәт Шәйех Ибраһим, “Евроньюс”:

Ҡыҙҙар, ҡулдарына ҡоралды тыныс ҡына алып, тәтегә баҫа, уларға аяуһыҙ боевиктар менән көрәшеү кеүек ауыр бурыс йөкмәтелгән. Һуғышсы ҡыҙҙар боевиктар мыҫҡыллап, язалап үлтергән апалары һәм һеңлеләре өсөн үс ала, был уларға артабан көрәшеү өсөн көс бирә.”




Комментариев нет:

Отправить комментарий