воскресенье, 10 апреля 2016 г.

Австрия Гитлерҙың тыуған йортон экспроприяциялай.


Австрияның эске эштәр министрлығы, оҙайлы юридик алышҡа нөктә ҡуйып, Адольф Гитлер тыуған йортто экспроприяцияларға ниәтләй, тип хәбәр итте шәмбе көн ведомство вәкиле.

Һүҙ Поммер ғаиләһенең буласаҡ диктатор тыуған Браунау-ам-Инн ҡалаһындағы өс ҡатлы йорто тураһында бара.

1972 йылдан бирле илдең эске эштәр министрлығы уның аредаторы булып килде, ә аҙаҡ йорт хужаһы менән бинаны һатып алыу хаҡында оҙайлы, һөҙөмтәһеҙ һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Бина дәрестәр үткәреү өсөн дә, ҡала китапханаһы булараҡ та файҙаланыла, ә властар ареда түләүҙе туҡтатҡас, унда оҫтахана һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн үҙәк асыла. 2011 йылдан бирле, айлыҡ арендаһы 4.800 евро торған бина буш тора.

Хужаһынан милек хоҡуғын тартып алыу – национал-социализм яҡлыларҙың йыйылыуҙарына сик ҡуйыуҙың берҙән-бер сараһы,”-тип иҫәпләйҙәр министрлыҡта һәм тейешле закон проекты әҙерләйҙәр. Әйтеүҙәренсә, йорт хужаһы компенсация аласаҡ, әммә Поммер ханым бер тәҡдимдән баш ҡартҡан инде.

Ҡаланың 17 мең халҡы төрлөсә фекер йөрөтә: берәүҙәре Гитлерҙың тыуған йортон ҡасаҡтар ҡабул итеү үҙәгенә әйләнерергә тәҡдим итә, икенселәре – Австрияның азат ителеүенә арналған музейға. Өсөнсөләре уны бөтөнләй юҡ итеү яғында, тик был мөмкин түгел, сөнки ул Браунау-ам-Инн ҡалаһының тарихи өлөшөндә һәм дәүләт ҡурсалауы аҫтында.

Йыл һайын Гитлерҙың тыуған көнөндә антифашистар бында үҙҙәренең манифестацияһын уҙғара.






Комментариев нет:

Отправить комментарий