вторник, 12 апреля 2016 г.

Греция мигранттарға ҡаршы көс ҡулланыуҙы “Европа өсөн хурлыҡ” тип атай.


Афина ҡасаҡтарға ҡаршы йәш ағыҙғыс газ һәм резина пулялар ҡулланыуҙы ҡаты тәнҡитләне. Йәкшәмбе көн Македонияның сик буйы һаҡсылары Греция яғынан элекке Югославия республикаһы территорияһына үтеп инергә маташҡан йөҙҙәрсә кешегә ҡаршы ҡулланған уларҙы. Мигранттар яуап итеп таштар һәм башҡа нәмәләр атҡан. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә 250 меңдән ашыу кеше яраланған, араларында ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-саға ла бар.

Греция премьеры Алексис Ципрас ҡасаҡтарға ҡаршы көс ҡулланыуҙы ғәйепләп сыҡты һәм был аҙымды “Европа өсөн хурлыҡ” тип атаны:

Мин шуны әйтергә теләйем: бөтә Европа йәмәғәтселегенә һәм үҙен ошо йәмәғәтселектең бер өлөшө тип атағандарға хурлыҡ. ЕС етәкселеге, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар, БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссар идаралығы ул ваҡиғаға яуапһыҙ ҡалмаҫ тип уйлайым.”

Сик буйы һаҡсыларының был ғәмәлен БМО-ның Ҡасаҡтар эше буйынса идаралығы ла ғәйепләп сыҡты.

Греция-Македония сигендә эш алып барған “Сиктәрһеҙ врачтар” халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, уларға тын юлдары проблемаһы менән 200 кеше мөрәжәғәт иткән, йәнә 30-ы резина пуляларҙан зыян күргән. Әммә, Скопье властары раҫлауынса, сик буйы һаҡсылары тик яҡтылыҡ-тауыш гранаталары ғына ҡулланған, ә резина пулялар ҡулланыу уларҙа тыйылған.

Греция төньяғындағы Идомени ауылы эргәһендә әлеге мәлдә 10 меңдән ашыу мигрант тупланған, ә бөтә ил территорияһында улар- 15 мең самаһы. Февралдә мигранттар Европаға үтеп ингән Балкан маршруты ябылғандан һуң, мигранттар Греция территорияһында бикләнеп ҡалған. Греция властары тарафынан теркәлеү хаҡындағы ҡағыҙҙары булған был кешеләр үҙҙәрен артабан Европаға үткәрмәүҙәренә аптырай. Улар өсөн кирегә лә юл ябыҡ: улар Төркиәнән легаль булмаған юл менән килгән, киренән уларҙы бында ҡабул итергә теләмәйҙәр.

Хәлдәр, ысынлап та, көсөргәнешле: мигранттар сик аша үтеү уйынан төңөлмәгән. Уҙған айҙа улар урау юл менән сикте йылға аша сығырға маташып ҡараған, һөҙөмтәлә өс кеше батып үлгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий