четверг, 14 апреля 2016 г.

Евродепутаттарҙы пестицидтар борсоуға һала.


Европарламент ЕС ауыл хужалығында сүп үләндәре менән көрәштә глифосатты йәнә 7 йыл ҡулланыуға рөхсәт бирҙе. Шул уҡ ваҡытта депутаттар был гербицидты парктарҙа, баҡсаларҙа һәм уйын майҙансыҡтарында ҡулланыуҙы тыйҙы.

22 мартта уҡ быларҙы Тирә-яҡ мөхит, һаулыҡ һәм аҙыҡ-түлек именлеге комитеты тәҡдим иткәйне. Страсбургта шаршамбы көн раҫланған резолюцияның үтәлеүе мотлаҡи түгел. Немец “йәшел”дәренән Ребекка Хармс, аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәрҙә зарарлы матдәләр барлығын раҫлар өсөн, коллегаларының бәүел шыйыҡлығын йыйҙы.

Пестицидтарға ҡағылышлы Евроберләшмә ҡағиҙәләре буйынса,-тине ул,- глифосатты раҫларға ярамай, сөнки Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уның яман шешкә алып килеү ихтималлығы хаҡында белдерҙе.

Европарламент глифосаттың канцероген матдә булыуын раҫлаусы тулы фәнни дәлилдәр йыйырға саҡырҙы. ЕС-та уны ҡулланыуға бирелгән лицензия июндә тамамлана. Брюссель глифосатты 15 йылға оҙайтырға тәҡдим итә.

Һаулыҡ һаҡлау еврокомиссары Витянис Андрюкайтис бәүел шыйыҡлығын анализға биреүҙән баш тартты.

Минеңсә, бындай тест статистика йәһәтенән нигеҙле клиник тикшеренеүҙәргә таянып эшләнергә тейеш.-тине ул.-Сәйәсәттә лә, клиникаларҙа ла мин бындай сәйәси уйындарға ҡаршы.”

Гербицидтар составында глифосат үткән быуаттың етмешенсе йылдарынан бирле ҡулланыла. Күпселек ферма хужалары унан башҡа яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел тип иҫәпләй.

ЕС-та уның лицензияһын оҙайтыу хаҡындағы ҡарарҙы киләһе аҙнала ҡабул итеүҙәре ихтимал.






Комментариев нет:

Отправить комментарий