Мосолман
донъяһы башлыҡтары Стамбулға Ислам
хеҙмәттәшлеге ойошмаһы саммитына
йыйылды. Сүриәләге граждандар һуғышы,
Европалағы ҡасаҡтар көрсөгө, Төркиәнең
үҙендә йышайып киткән теракттар фонында
иле регионда алдынғы ролде уйнарға
тырышҡан президент Эрдоган өсөн
диндәштәрен йыйыу ҙур мәртәбә, әлбиттә.
Рәжәп
Тайип Эрдоган, Төркиә президенты:
“Террористар
һәм мосолман илендәге башҡа көрсөктәр
менән кемдер йөрьәт итеп көрәшә башлауын
көткәнсе, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы
аша беҙ үҙебеҙ бер ҡарарға килә алабыҙ.”
Әйтергә
кәрәк, форумдың тәүге көнөндә үк йәшерен
дошманлыҡ та һиҙелеп ҡалды. Иран сәғүдиҙәр
делегацияһы тарафынан саммиттың дөйөм
декларацияһы тексына күптән түгел Сәғүд
Ғәрәбстаны вәкилдәренә яһалған һөжүм
өсөн Таһранға ғәйепләү белдерергә
ынтылыуына риза түгеллеген күрһәтте.
Рәсәй
саммитта айырым поручениелар буйынса
илсе кимәлендәге күҙәтеүсе рангында
ҡатнаша.
Раджип
Кутай Карака, политолог:
“Беҙ
үҙгәртеп ҡороуҙарға мохтажбыҙ. Ә ул
демократияны киңәйтеү һәм йәшәү кимәлен
үҫтереү юлы менән генә мөмкин. Ғәрәп
донъяһы ысын мәғәнәһендә байлыҡ өҫтөндә
ултыра - тәбиғи ресурстар ҙа, нефть һәм
газ ятҡылыҡтары ла бар. Тик кем улар
менән идара итә, кем эшкәртә, энергетика
сәйәсәтен кем билдәләй? Көнбайыш.
Әгәр беҙ килешеп эш итә алмайбыҙ икән,
теләһә ниндәй мәсьәләне Көнбайыш ҡуйған
шарттарға буйһоноп хәл итергә тейеш
буласаҡбыҙ.”
Стамбул
саммит осоронда ысын ҡәлғәгә әүерелде.
Урамдарҙа - полиция һәм спецназдың
көсәйтелгән патрулдәре. Ҡайһы бер
урамдарҙа автомобиль хәрәкәте тыйылған,
ә ҡайһы бер урамдарҙан йәйәүлеләр ҙә
йөрөй алмай.
Бора
Байраҡтар, “Евроньюс”:
“Форумдағы
дикуссиялар үҙтәнҡит рухында үтте. Бер
өҫтәл артында Иран һәм Сәғүд Ғәрәбстаны
башлыҡтары, Мысыр һәм Төркиә сит ил
эштәре министрҙары ултырыуы бөтә донъяға
ислам дәүләттәренең бер-береһе менән
диалогҡа алып килеүсе күперҙәрҙе
яндырмаҫҡа тырышыуын күрһәтте.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий