воскресенье, 17 апреля 2016 г.

Париж ҡаршылыҡ күрһәтә: “Төндө - аяҡ өҫтө” - бергә ҡәҙәр генә.


Парижда эштән ебәреү процесын еңеләйтҡан һәм эш көндәрен оҙайтҡан хеҙмәт ҡануниәте реформаһына ҡаршы сираттағы демонстрация полиция менән ҡаты бәрелешкә әүерелеп китте.

Төндө - аяҡ өҫтөдаими акцияһында ҡатнашыусыларҙың төнгө бергә ҡәҙәр генә ҡаршылыҡ акцияһын үткәреү хоҡуғы бар. Тик шәмбегә ҡаршы төндә ҡаршылыҡ акциялары тәртипһеҙлектәргә әйләнеп китте: йөҙгә яҡын асыулы йәш кеше сүп һауыттарын яндыра һәм магазин витриналарын ҡыра башланы.

Йәмһеҙ күренеш булды был,-ти тәҙрәләре ҡойолған икмәк магазины хужаһы.-Мин кешеләрҙең ни өсөн ҡаршылыҡ күрһәтеүен аңлайым, тик сиктән сығыуҙарын ғына аңламайым. Миңә ҡалһа, ҡайһы берәүҙәр ошо хәлдән файҙаланып ҡалырға тырыша. Йәл, улар менән фекерҙәш булмаһам да, кешеләрҙең үҙ һүҙен әйтергә хоҡуҡтары барлығын яҡшы аңлайым. Уларҙың үҙ фекерҙәрен белдереү хоҡуғы бар, әммә артығын ебәрергә ярамай.


Полиция бергә ҡәҙәр көттө, ә аҙаҡ стена булып агрессив йәштәргә ҡаршы китте. 20-нән ашыу кеше ҡулға алынды. Баш ҡала полицияһы башлығы акцияны ойоштороусыларға ваҡыт сикләүҙәрен хөрмәт итергә һәм тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа саҡырып мөрәжәғәт итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий