воскресенье, 17 апреля 2016 г.

Япония: ер тетрәү ҡорбандары - 41.


Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, кесе йоманан бирле Японияның көньяҡ-көнбайышында дауам иткән ер тетрәүҙәр арҡаһында, кәм тигәндә, 41 кеше һәләк булған, 2 000 кеше хәстәханаға һалынған, 180 ауырыуҙың хәле уғата насар.

Кюсю утрауындағы Кумамото префектураһына 25 хәрби хеҙмәткәр һәм мең ҡотҡарыусы ебәрелгән.

Бөгөн иртән Масики ҡасабаһы халҡы гуманитар ярҙамға сиратҡа баҫты. Улар һуңғы ер тетрәүҙе нисек кисереүе тураһында һөйләне.

Аюко Сакамото:
Мин һауыт-һабаның ҡырылғанын ишеттем. Хәҙер беҙҙең ашар өсөн тәрилкәләребеҙ ҙә юҡ”.

Хикару Моримото:
Был ер тетрәү көтөлмәгәнсәрәк булды. Кесе йома барыһы ла бөткәндер тип уйлағайным, шуға күрә яңы тетрәү мине шаңҡытты”.

Кюсю утрауындағы ер тетрәүҙең магнитудаһы 7,3-кә етте, шул арҡала Кумамото префектураһындағы Асо янартауы ла бер аҙ атыла башланы.

Ҡаза зонаһынан 90 мең кеше эвакуацияланды. Кумамото аэропорты ябылды. Япония метеорология агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, афтершоктар йәнә бер нисә көн дауам итеүе ихтимал.

/Афтершок- төп сейсмик тетрәү менән сағыштырғанда, ҡайтышыраҡ булған ҡайтанан тетрәү. Көслө ер тетрәү күп һанлы афтершоктар менән оҙатыла.Википедия/


Авторы: Юрий Смирнов | AFP, REUTERS, ТАСС материалдары буйынса.



Комментариев нет:

Отправить комментарий