вторник, 19 апреля 2016 г.

Грузияла уран һатыусылар ҡулға алынған.


Грузияның именлек хеҙмәте дүшәмбе көн Тбилисиҙа уран һатырға маташҡан Грузияның бер һәм Әрмәнстандың өс гражданын ҡулға алған. Был эште алып барған тәфтишсе һүҙҙәре буйынса, ул әҙәмдәр ядро матдәһен 200 миллион долларға һатырға ниәтләгән. Уран һаҡ аҫтына алынған кешеләрҙең береһенең фатирында табылған. Ир-ат 10 йыл ғүмерен төрмәлә үткәреүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий