вторник, 19 апреля 2016 г.

Израиль: Иерусалимдағы зыян күреүселәр араһында- Рәсәй гражданы.


Иерусалим автобусында теракт яһаусы үлемгә дусар ителгән әҙәм булыуы ла мөмкин - Израиль тәфтишселәре шундай белдереү яһаны. Был эш буйынса әле тикшереү дауам итә.

Шартлау һөҙөмтәһендә 21 кеше яраланған. Араларында Израиль һәм Рәсәй гражданлығы булған кеше лә бар.

Израиль премьер-министры Биниәмин Нетаньяху терактҡа ҡыҫылышы булған әҙәмдәрҙе табып яза бирергә вәғәҙә итте:

-Зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйем. Шартлатҡыс эшләүселәрҙе беҙ табасаҡбыҙ. Ойоштороусыларын табасаҡбыҙ, улар артында тороусыларын да. Террористарға яуап ҡаты буласаҡ.

Теракт дүшәмбе көн Иерусалимдың көньяғында көндөң икенсе яртыһында эшләнгән. Шартлау туҡталыштағы автобустың артҡы өлөшөндә булған. Үтеп барыусы автобус та зыян күргән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий