вторник, 19 апреля 2016 г.

Йөҙөнсө Пулитцер премияһы лауреаттары араһында - Рәсәй журналисы.


АҠШ-та йөҙөнсө тапҡыр Пулитцер премияһы тапшырылды - ул иң яҡшы журналистик, поэтик, драматик һәм музыкаль эштәр өсөн бирелә.

Иң ҙур мәғлүмәт агенстволары юбилей призына лайыҡ булды. Ассошиэйтед пресс, Таиланд һәм Индонезияла балыҡ эшкәртеү сәнәғәтендә ирекһеҙләп эшләтеү хаҡындағы материалдары өсөн, “Йәмғиәткә хеҙмәт өсөн” алтын миҙалына лайыҡ булды. Был материалдар АҠШ-та ҙур шау-шыу тыуҙырҙы, сөнки ошо рәүешле етештерелгән балыҡтың күп өлөшө тап Төньяҡ Америка баҙарына оҙатылған.

Рейтер агенствоһы фотохәбәрселәре мигранттар тураһындағы материалдары өсөн награда алды. Нью-Йорк таймс фотографтары, улар араһында Рәсәй журналисы Сергей Пономарев та бар, “оператив фотомәғлүмәттәр” категорияһындағы премияға лайыҡ булды. Ул материалдар ҙа ҡасаҡтар хаҡында.






Комментариев нет:

Отправить комментарий