вторник, 19 апреля 2016 г.

Техас штаты һыу аҫтында ҡалған.


Американың Техас штатында кәм тигәндә 5 кеше ташҡындар ҡорбаны булған. Улар барыһы ла тиерлек автомобилдәренән сыға алмаған йәки автмобилдәре менән һәләкәткә осраған кешеләр.

Стихиянан зыян күргән райондарҙа юлдар, туннелдәр һәм йорттар һыу аҫтында ҡалған. Властар йөҙҙәрсә кешене эвакуациялаған.

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында, Техастың иң ҙур ҡалаһы булған Хьюстонда автобус бәйләнеше өҙөлгән. Халыҡ-ара аэропортта 500 рейс туҡталған. 50 мең кеше электр энергияһыҙ тороп ҡалған.

Техастың 9 округы тәбиғәт ҡазаһы зонаһы тип иғлан ителгән, ә был иһә властарға федераль хөкүмәткә ташҡын эҙемтәләрен ликвидациялауға финанс ярҙамы һорап сираттан тыш мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий