вторник, 19 апреля 2016 г.

Төркиә һәм ЕС-тың визы режимы буйынса бәхәсе ҡасаҡтар хаҡындағы килешеүҙе хәүеф аҫтына ҡуя.


Төркиә ошо көндәрҙә, әгәр граждандарына июндә визаһыҙ режим бирелмәһә, Евроберләшмә менән төҙөлгән миграция көрсөгөнән сығыу тураһындағы килешеүҙән сығыу менән янаны. Тик Брюссель шишәмбе көн шундай яуап бирҙе: июндә Анкараның биометрик пасорттар булдырыу кеүек 72 шартҡа яуап биреүен тикшереү генә буласаҡ.

Комиссия яҡын көндәрҙә үҙ тәҡдимдәрен тормошҡа ашыра башлаһын өсөн, Төркиә хәҙер ҡалған бөтә шарттарҙы ла үтәргә тейеш,- тине Страсбургта Еврокомиссия башлығы Жан-Клод Юнкер.-Визаны либералләштереү - критерийҙарға ҡағылған мәсьәлә. Төркиә өсөн критерийҙар ябайлаштырылмаясаҡ.”

Бынан алда төрөктәргә Шенген зонаһында иркен йөрөүҙе октябрҙә асырға вәғәҙә иткәйнеләр. Тик премьер-министр Әхмәт Дауыт улы Страсбургта Европа колегаларының был процесты тиҙләтергә вәғәҙә биреүҙәрен хәтерҙәренә төшөрҙө.

Мин элеккесә визаларҙан баш тартыу июндә булыр тип өмөтләнәм,-тине Әхмәт Дауыт улы.-Әгәр был үтәлмәһә, Төркиә лә үҙ өҫтөнә алған йөкләмәне үтәр тип көтөү кәрәкмәҫ.”

ЕС менән мартта төҙөлгән килешеү ҡасаҡтарға ярҙам өсөн Төркиәгә 3 миллиард евро биреүҙе, граждандары өсөн визаһыҙ режим булдырыуҙы һәм илдең ЕС-ҡа инеүе тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе тиҙләтеүҙе күҙ уңында тота. Яуап итеп Төркиә үҙенән килгән мигранттарҙы Грециянан кире алырға йөкләмә алды.





Комментариев нет:

Отправить комментарий