среда, 20 апреля 2016 г.

Мысыр: сәй һатыусының үлеме.


Шишәмбе көн Ҡаһирә урамдарын патрулләү менән шөғөлләнгән Мысыр полицейскийы бер сынаяҡ сәй һатып алырға булған һәм һатыусы менән бәхәскә ингән. Сәйҙең хаҡын ҡиммәтһенеп, ул ҡоралын алған һәм һатыусыны атып үлтергән, өҫтәүенә үтеп барыусы ике кешене лә яралаған.

Енәйәттең тиҫтәләрсә шаһиты полиция автомобилен уратып алып, “Полицияла- башкиҫәрҙәр!” тип ҡысҡырыша башлаған. Үлтереүсене ҡулға алғандар. Был ваҡиға хаҡында Мысырҙың эске эштәр министрлығы хәбәр иткән.

АFP агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, ошондайыраҡ хәлдәр элек тә булғылаған. Бынан алда, ошо уҡ айҙа, Мысырҙың тәртип һағында тороусы, ҡуйылған хаҡытың юғары булыуына асыуы килеп, такси водителен атып үлтергән. Үлтереүсе ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған. Сәйхурҙы ниндәй яза көтөүе әлегә билдәһеҙ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий