среда, 20 апреля 2016 г.

Греция: ҡасаҡ статусын һораған осраҡта, мигранттар лагерҙан китә ала.


Греция, ҡасаҡ статусын һорап ғариза яҙған осраҡта, тәү сиратта утрауҙарҙа урынлашҡан ваҡытлы үҙәктәрҙән мигранттарға китергә рөхсәт бирә. Әлеге мәлдә был 7,5 мең кешегә ҡағыла. Баш тартҡан йәки ғариза бирергә теләмәгән осраҡта, 20 марттағы Анкара һәм Брюссель килешеүенә ярашлы улар кире Төркиәгә оҙатыла.

Рим папаһы Франциск католиктарҙы конфликт зонаһынан ҡасыусы кешеләргә ҡарата миһырбанлы булырға саҡырҙы. 16 апрелдә понтифик Грецияға килгән Сүриәнең 12 ҡасағын үҙе менән Римға алып килде. Рим католик сиркәүе башлығы хәҙерге көнбайыш донъяһының рәхимһеҙлеге, шәфҡәтһеҙлеге өсөн ғәфү үтенде:

Йәмғиәтебеҙҙең йомоҡлоғон һәм битарафлығын ғәфү итегеҙ, кешеләр һеҙҙең килеүегеҙ менән бәйле тормоштарындағы, рухи донъяларындағы үҙгәрештәрҙән ҡурҡа. Улар һеҙҙе йөк, проблема, сығым тип уйлай, ә асылда һеҙ – бүләк!”

Греция 2015 йылдың ғинуарынан алып 2016 йылдың апреленә ҡәҙәр миллиондан ашыу ҡасаҡты ҡабул итте. Хәҙер илдә ҡасаҡтар һаны 54 мең, Македония сигендәге Идомени ауылы янында улар 10 мең тирәһе. Унда көн итеүселәр Германия һәм Көнбайыш Европа илдәренә китергә өмөтләнә һәм һаман сиктең асылыуын көтә.

Дәүләттеке булған һәм хөкүмәттеке булмаған структуралар ҡасаҡтарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Һуңғы аҙналарҙа бында полиция менән йыш-йыш бәрелештәр булып тора.

Авторы: Марина Островская |AFPAPTN материалдары буйынса






Комментариев нет:

Отправить комментарий