четверг, 12 мая 2016 г.

Греция: Олимпия стадионында ҡасаҡтар лагеры.


Афина янындағы Эллиникон ҡасабаһы спорт һөйөүселәргә яҡшы таныш: бында 2004 йылғы Олимпия уйындарында хоккей һәм баскетбол буйынса ярыштар уҙғарылды. Февралдән алып ташландыҡ стадионда Яҡын Көнсығыштың 1200 ҡасағы көн күрә. Диңгеҙ юлы менән Төркиәнән Лесбос утрауына килгәндән һуң, ҡасаҡтарҙы башлыса ошонда килтерәләр. Мигранттар йәшәү шарттарының насар булыуына зарлана: электр ҙа, бик кәрәкле санитар шарттар ҙа юҡ бында.

-Беҙҙең йортобоҙ юҡ, беҙҙе иң кәрәкле нәмәләр менән генә тәьмин итәләр. Мәҫәлән, беҙгә иң ябай дарыуҙар ғына бирәләр,-ти ҡасаҡ ҡатын Шима Момени.

Лагерҙа йәшәүселәрҙең 40 проценты самаһы - балалар. Грецияла, “Балаларҙы ҡотҡарайыҡ” хәйриә ойошмаһы иҫәбе буйынса, 22 000 ҡасаҡ-бала.

Ойошма вәкиле Саша Майерс уларҙың Эллиникон лагерындағы хәле менән ҡәнәғәт түгел:

Ҡасаҡтар бик ҡыҫынҡы шарттарҙа, йыш ҡына бөтөнләй таныш булмаған кешеләр менән бергә йәшәй. Тотош ғаиләләр тар ғына урында көн итә: палаткаларҙа йәшәйҙәр йәки иҙәндә йоҡлайҙар. Уларҙың шәхси урыны юҡ тиерлек. Ҡыҫынҡылыҡ, насар санитар шарттар арҡаһында, балалар бик йыш ауырый.”

Ошо йылдың ғинуарынан алып ҡына, БМО мәғлүмәттәре буйынса, Грецияға башлыса Сүриә, Ираҡ, Афғанстандан 150 меңдән ашыу ҡасаҡ килгән. Афина тирәһендәге ҡасаҡтар лагерында шуларҙың 15 меңенә генә урын табылған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий