среда, 11 мая 2016 г.

Зимбабве ҡырағай хайуандарҙы һатыуға ҡуя.


Ҡоролоҡтан һаҡлап алып ҡалыр өсөн, Зимбабве ҡырағай хайуандарҙы һатыуға ҡуя. Милли парктар һәм ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау идаралығы ҡыр хайуандарын һатып алырлыҡ һәм аҫырарлыҡ мөмкинлеге булған Зимбабве граждандарын властар менән бәйләнешкә инеүҙәрен һорай. Белдереүҙә хаҡтар хаҡында мәғлүмәт юҡ, хайуандарҙы сит дәүләт граждандары алыу мөмкинлеге тураһында ла әйтелмәй.

Хванге милли паркы сафари-тур операторы Эманнуэль Фундира былай ти:

Беҙҙең паркта ҡыр хайуандарын ҡарау өсөн кәрәкле һыу запасы юҡ, көтөүлектәр ҙә етешмәй. Ҡайһы бер райондарҙа бөтөнләй ресурстар юҡ, унда хайуандарға үлем янай.”

Зимбабвела 10 милли парк бар. Бөгөн Хванге милли паркында 54 мең фил йәшәй, ә был иһә парк ҡарай алған кимәлдән 4 тапҡыр күп.

Ҡырағай тәбиғәт белгесе Джонни Родригез:

Администрация хайуандарҙың ил эсендә һатыласағы тураһында хәбәр итә, тик Зимбабвела хайуандарҙы һатып алырлыҡ кешеләр бик аҙ. Һүҙ хайуандарҙы сит илдәргә сығарыу хаҡында барһа, был ҙур проблема. Хайуандар - Африка милке, киләсәк быуындар мөлкәте.”

Көслө ҡоролоҡ арҡаһында, Зимбабве властары илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, халыҡ-ара йәмәғәтселеккә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.


Авторы: Ирина Шелудкова | REUTERS материалдары буйынса.

Комментариев нет:

Отправить комментарий