вторник, 10 мая 2016 г.

Филиппиндың буласаҡ президенты кеше хоҡуҡтары хаҡында оноторға тәҡдим итә.


Родриго Дутерте Филиппиндағы президент һайлауҙарында еңә. Уның дәғүәселәре үҙҙәренең еңелеүен таныны.

Һайлау алды компанияһындағы төп темаларҙың береһе - Ҡытай менән Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙендәге утрауҙар буйынса территориаль бәхәс.

Был мәсьәлә буйынса Филиппиндың буласаҡ президенты һығылмалылыҡ күрһәтергә әҙер:

Мин Ҡытайға шулай тип әйтәсәкмен: бының өсөн дәғүәләшергә кәрәкмәй. Улар беҙҙеке тип мин ныҡышмаясаҡмын, күҙ йомоп ҡараясаҡмын. Әгәр бергәләп нефть һәм газ сығарырға теләйһегеҙ икән - бигерәк тә һәйбәт.”

Дутерте эске сәйәсәт мәсьәләһендә тәүәккәл эш итмәксе. Бер һайлау алды телмәрендә, илдәге енәйәтселекте юҡ итергә вәғәҙә биреп, ул былай тине:

Кеше хоҡуҡтары тураһындағы закондарҙы онотоғоҙ. Мин президент һарайына инәм һәм, мэр булараҡ нимә эшләгәнмен, шуны эшләйәсәкмен.”

Үҙе 22 йыл мэр булған Давао ҡалаһында енәйәтселәрҙе судһыҙ-тикшереүһеҙ язаға тарттырғаны өсөн “Каратель” ҡушаматы алған кешенең вәғәҙәләре оппоненттарында Дутерте Филиппинды диктатор Маркос осрона кире алып ҡайтыуы ихтимал тигән хәүеф тыуҙыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий