Греция
парламенты дүшәмбегә ҡаршы төндә яңы
реформалар пакетын ҡабул итте – һүҙ
социаль түләүҙәргә тотоп ҡалынған
аҡсаны арттырыу һәм юғары, уртаса
килемдәргә һалымдарҙы арттырыу, шулай
уҡ пенсияны кәметеү тураһында бара.
Популяр
булмаған прооект тирәһендә ике көн буйы
ҡыҙыу бәхәс барҙы. Ә бөтә ил забастовкаға
күтәрелде: йәмәғәт транспорты туҡтаны,
күп кенә дәүләт учреждениелары, киң
мәғлүмәт саралары эшләмәне.
Тауыш
биргән көндө парламент бинаһы алдына
“ҡорһаҡты ҡыҫып бәйләү”
сәйәсәтенә асыуҙары килгән меңдәрсә
кеше йыйылды.
Акцияла
ҡатнашыусылар етди ҡаршылыҡ күрһәтергә
уйлай, сит ил кредиторҙары ҡумыҙына
бейегән хөкүмәтте отставкаға ебәреү
менән янай:
-Бер
ниндәй ҙә компромисс булмаясаҡ. Бирешергә,
артҡа сигенергә уйыбыҙ юҡ. Беҙ сәйәсәтте
үҙгәртергә мәжбүр итәсәкбеҙ, был
сәйәсәтте алып барыусыларҙы алып
ташлаясаҡбыҙ,-ти манифестацияла
ҡатнашыусыларҙың береһе.
Тауыш
бирер алдынан парламент бинаһы алдында
полиция менән бәрелеш булды. Йәштәр
тәртип һағында тороусыларға яндырғыс
ҡатнашма һалынған шешәләр ырғытты. Яуап
итеп полиция йәш ағыҙыусы газ һәм
яҡтылыҡ-тауыш гранаталары ҡулланды.
Ошондай
ҡаршылыҡ акциялары Грецияның башҡа
ҡалаларында ла үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий