воскресенье, 8 мая 2016 г.

Канадалағы урман янғыны яңы территорияларҙы яулай.


Канаданың Альберта провинцияһындағы көслө урман янғыны яңы территорияларҙы яулай һәм күршеләге Саскачеван провинцияһы ерҙәренә яҫҡына. Ҡоро ағастары күп булған 300 мең гектар урман янғын зонаһында ҡалыуы ихтимал.

Янғындан зыян күргән Макмюррей форты районынан 88 мең кеше эвакуацияланған, был эш дауам итә. Ут менән көрәшкә яуаплы чиновник Чед Моррисон хәлде шулай аңлатты:

Ут артабан төньяҡ-көнсығышҡа юл тотор һәм икенсе урман янғыны менән ҡушылыр тип уйлайбыҙ, моғайын, кис үк ул Саскачеван провинцияһы сигенә барып етер. Күҙаллауҙар буйынса, янғын айырыуса урманлы райондарҙа ҡоторонасаҡ. Янғын ҡалаға бик янамай, тик ут менән көрәшеүселәр өсөн был көн ҡатмарлы буласаҡ.”

Макмюррей форты ылыҫлы урман менән ҡапланған, нефть ятҡылыҡтары булған ерҙә урынлашҡан. Канаданың иң ҙур нефть ятҡылыҡтары ошо тирәлә. Альберт администрацияһы башлығы Рейчел Ноутли бына нимә хаҡында һөйләне:

Янғындар региондағы нефть сығарыу эшенә ҡамасаулай. Кисә “Санкор” компанияһы “Норальт” ятҡылығынан төп эштә ҡатнашмаған персоналды эвакуациялай башланы. Янғын бөгөн үк ул участкаға барып етеүе ихтимал.

Бындағы 10 нефть сығарыу компанияһы, төтөн көсәйеү сәбәпле, операциялар күләмен кәметте.

Янғын ҡазаһы Макмюррей фортында ғына ла 6 млрд евронан ашып киткән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий