Ваҡытлыса
властан ситләтелгән Дилма Русеф
яҡлаусыһыҙ ҡалманы: кесе йома кис илдең
иң ҙур ҡала урмадарына күп меңлек
демонстрациялар сыҡты. Сан-Паулуҙа
полицейскийҙар менән бәрелештәр булып
алды. Кәм тигәндә өс кеше ҡулға алынды.
Халыҡ
“Дилма, ныҡ тор!” һәм “Заговорсылар
китергә тейеш!” тип һөрәнләне.
Сан-Паулу
демонстрацияһында ҡатнашыусылар һөйләй:
“Был
дәүләт түңкәрелеше. Бөгөнгө капиталистарға
ҡорал да, һалдаттар ҙа кәрәкмәй, уларға
антидемократик юридик система ла етә.”
“Был
илдә халыҡ идара итә. Күреп тораһығыҙ:
һайлап ҡуйылмаған һәм беҙ хөрмәт итмәгән
власть менән барыһы ла риза түгел.”
Дилма
Русеф, ваҡытлыса вазифаһынан алыныуы
асыҡланғас та, үҙенең яғындағыларҙы
берләшергә һәм, үҙе әйтмешләй, “законһыҙ
хөкүмәткә” ҡаршы алышҡа сығырға саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий