Мадридтан
30 километр алыҫлыҡта ғына автопокрышкаларҙың
Европалағы иң ҙур сүплеге яна.
10
янғын һүндереү командаһы утты контроль
аҫтында тота. Янғын кемдеңдер ут төртөүө
арҡаһында сыҡҡан тип фараз итәләр.
Сесенья
һәм Вальдеморо араһында урынлашҡан
сүплек өҫтөнән халыҡтың һаулығын
ҡаҡшатырға һәләтле ҡуйы, ағыулы төтөн
күтәрелә, шуға күрә властар 9 мең кешене
эвакуацияларға бойорҙо.
“Беҙ
уның шулай булаһын белдек һәм ул шулай
килеп сыҡты ла,-ти ошонда йәшәүсе
ҡарт.-Әйтергә кәрәк, был хәл 10 йыл элек
булыуы ла мөмкин ине.”
Вальдеморо
мэры былай тине:
“Ҡала
ошо покрышкалар менән тулғайны. Экология
проблемалары арҡаһында, бер нисә енәйәт
эше ҡуҙғатылды. Экологик енәйәттәре
өсөн, бер компания хөкөм ителде.”
Испания
киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә,
сүплек хужаһы, экология нормаларын
боҙған өсөн, 600 миллион евронан ашыу
штраф түләгән.
Властар
фекеренсә, янғынды һүндереүгә бер нисә
көн, хатта аҙнанан ашыу ваҡыт китеүе
ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий