суббота, 14 мая 2016 г.

Британия: бейек үксә – өҫтөнлөк бирәме әллә ул кәмһетеүме?


Бейек үксәлә йөрөүҙән баш тартыу эштән бушатыуға сәбәп була аламы? Була ала икән, әммә был хәл менән декабрҙә PwC финанс компанияһынан эштән ебәрелгән британлы Никола Торп килешергә теләмәгән. Ул, йәне көйөп, компания етәкселегенең бындай талаптарының законһыҙ булыуын ҡануниәттә беркетеүҙе талап иткән петицияһы аҫтына 120 мең ҡултамға йыйған.

Интернетҡа ҡуйылған Николаның петицияһын бик күптәр яҡлап сыҡҡан. “Бейек үксәләр” проблемаһын парламентҡа ҡуйыу өсөн, 100 мең ҡултамға етә.

Хеҙмәт һәм мәшғүллек өлкәһе адвокаты Ребекка Так закондарҙы үҙгәреп торған йәмғиәткә яраҡлаштырырға саҡыра:

Бындай хәлдәр менән бәйле закондар ваҡыт артынан өлгөрә алмай. Йәмғиәт үҙгәргән, ваҡыт менән бергә беҙ үҙгәргән кеүек, судьяларҙың закондарҙы интерпретациялауы ла бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда ғәҙел күренергә тейеш. ”

Эш биреүселәр ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө дресс-кодтар индерә ала. Әгәр ҙә берәй енестең мәғфәғәтенә улар зыян килтермәй икән, был ғәҙел күренә. Әле минең позициям шундай: ҡатын-ҡыҙҙы бейек үксәлә йөрөргә мәжбүр итәләр икән, уларҙың хәле ир-аттыҡынынан ҡайтышыраҡ. Уларҙың бит аяҡ кейеме кәүҙә төҙөлөшөнә, атлау мөмкинлегенә хәүеф тыуҙырмай.”

Эш үксәлә генә түгел, тип иҫәпләй Никола. Уның фекере буйынса, ҡайһы бер компанияларҙағы дресс-кодтарға сексизм, моданан артта ҡалыу, һаулыҡ өсөн хәүефле булыу хас.

/Сексизм-енси дискриминация/







Комментариев нет:

Отправить комментарий